Былтыр сентябрҙә федераль закон көсөнә инде. Исемлектә эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар, йылҡы, ҡош-ҡорт, бәләкәй йәнлектәр, шулай уҡ бал ҡорттары, балыҡ бар. Законға ярашлы, быйыл сентябргә тиклем бөтә һыйыр һәм аттарҙы маркировкалау талабы ҡуйыла. Мәғлүмәт Ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең “Хорриот” тигән электрон системаһына индерелә.







