«Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышы Ауырғазы районы Юламан ауылынан Ивановтар ғаиләһенә арналды. Вера Александровна менән Алексей Яковлевич 11 бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың береһе уллыҡҡа алынған. Әле уларҙың 15 ейән-ейәнсәре, ике бүләһе бар.
Ивановтар балаларына яҡшы белем биргән, һәр береһе үҙ һөнәрен тапҡан. Күп балалы парҙың мәктәптәге дөйөм хеҙмәт стажы 50 йыл. Хаҡлы ялдағы ғаилә башлығы ауылда сиркәү төҙөй башлаған. 2012 йылда уларға «Ата-әсәлек даны» ордены тапшырылды. 2020 йылда Алексей Яковлевичҡа «Аталыҡ даны» миҙалы бирелде. Күптән түгел Вера Александровна «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



