Республика Хәрби Дан музейында махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә залы яңы экспонаттар менән байытылды. Был юлы экспозицияның бер өлөшөн трофей әйберҙәргә өҫтөнлөк бирелгән. Уның аша килгән халыҡ бөгөнгө ысынбарлаҡты күҙаллай ала. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Был трофей әйберҙәрҙән тотош Ер шары картаһын төҙөргә мөмкин. Каска Америка Ҡушма штаттарында етештерелһә, саф еҙҙән ҡойолған гильза Бөйөк Британияныҡы тип маркаланған. Ялланған һалдаттар араһында ла шулай уҡ сит ил вәкилдәре юҡ түгел.
Өлөшләтә мобилизация буйынса һәм ирекле батальондар сафында хеҙмәт иткән яугирҙар Украина милләтселәре менән алыша. Дошманды ҡорал менән тәьмин иткән коллектив Көнбайыш илебеҙ иҡтисадын ҡаҡшатырға тырыша. Ғәмүмән, трофей әйберҙәр төрлө уйға һала.
Быларҙың барыһын да Республика Хәрби Дан музейында айырым булдырылған күргәҙмә залында күрергә мөмкин. Ул ай һайын тиерлек тулыландырылып торасаҡ. Маҡсат - махсус хәрби операциянан килтерелгән әйберҙәр аша ысынбарлыҡты фашлау.
Азат Ғәлиуллин



