Әбделмәмбәт мәктәбе Бөрйән районының ғына түгел, тотош республиканың иң данлыҡлы мәғариф учреждениеларының береһе. Белем усағы төрлө конкурс-фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында даими еңеү яулай.
Мәктәптең уҡытыусылар коллективы ла, уҡыусылары ла көслө. Балалар инициативалы бюджетлау программаһында ла даими ҡатнаша. Быйылғы проекттар белем биреү сифатны яҡшыртыуға, спорт һәм ижади саралар үткәреүгә, мәктәптә ял зоналары асыуға, эске, тышҡы интерьер дизайнын яңыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта уҡыусылар проекттарын яҡлау, эксперттарға уларҙың әһәмиәтен аңлатыу менән мәшғүл. Былтыр Әбделмәмбәт мәктәбендә инициативалы бюджетлау буйынса медиаүҙәк асылған, әле ул уңышлы эшләй.






