Балаларҙың ижади һәләттәрен асыу, уларҙы тапшырыуҙар, уҡыу йорто менән бәйле репортаждар әҙерләү өсөн йыһазландырылған студияла малай-ҡыҙҙар тәүге проекттарын тормошҡа ашыра башланы. Балаларҙың һөнәри үҫешен хуплап район үҙәгендә эшләүсе журналистар оҫталыҡ дәресе ойошторған. Баҡалыла мәктәп телестудияһын асыу өсөн 500 мең һум аҡса йүнәлтелгән, был сумманың бер өлөшөн урындағы бағыусылар туплаған.






