Башҡортостан ветеринарҙары араһында шахмат буйынса турнирҙың финал уйыны үтте

Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһында ведомствоның 125 йыллығына арналған Башҡортостан дәүләт ветеринария хеҙмәте учреждениелары араһында шахмат буйынса турнирҙың финал уйыны үтте. Унда 9 команда, йәғни зона этаптары еңеүселәре ҡатнашты. Призлы урындар өсөн Бөрйән, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Бәләбәй, Тәтешле райондары, Өфө ҡалаһы ветеринария станцияларынан, шулай уҡ Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре көрәште.

Турнир еңеүселәренә призлы кубоктар һәм беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 3 комплект миҙал тапшырылды. Бындай спорт ярыштары ветеринарҙар араһында даими үтә. Киләһе сараны Борай районында уҙғарыу ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ