Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө һәм Астана алмаш программаларҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Күрше илдән 700-ҙән ашыу студент Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында белем ала. Көнбайыш Ҡаҙағстан аграр университетында Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкиллеге эшләй. Өс мәғариф программаһы буйынса уртаҡ курстар уҙа һәм студенттар ике диплом алып сыға. Белгестәр үҙа-ара тәжрибә уртаҡлаша һәм белемен камиллаштыра. Өфө һәм Астана араһында самолеттар оса. Былтыр 16 меңдән ашыу пассажир файҙаланған. Бынан тыш, Алматаға аҙнаһына ике авиарейс башҡарыла.




