Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған намыҫһыҙ компаниялар 35 миллиард һум компенсация түләргә тейеш. Владимир ҡалаһындағы Беренсе арбитраж апелляция суды Өфөнән “Альтинвест” ойошмаһына Урал аръяғында алтын табыуҙы тыйҙы. Республиканың көньяҡ-көнсығышында ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрҙә файлаҙанған компанияларға ҙур штраф һалынды. Бынан тыш 5 ойошма етәксеһе тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн суд алдында яуап бирәсәк. 2021 йылда Республика ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Ошо ваҡыт эсендә 13 намыҫһыҙ компанияның лицензияһы тартып алынды.







