Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбендә «Технопарк» асылды

Заманса үҙәк предуниверсарий сиктәрендә, уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау проекты буйынса сафҡа индерелде. Иҫке Собханғол мәктәбе Бөрйән районының иң ҙур мәғариф учреждениеларының береһе.

Белем усағында һәм уның 7 филиалында райондың 21 ауылынан меңдән ашыу бала белем ала. Уҡыусыларҙың 120-һе интернатта ятып уҡый. Иҫке Собханғол мәктәбе республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими ҡатнаша һәм еңеү яулай.

Былтыр белем усағы балалары технопарк асыу проектын яҡлап сыҡҡан. Бөгөн иһә мәғариф учреждениеһында тарихи көн, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған үҙәк ишектәрен асты. Ул 5 йүнәлеш буйынса махсуслашҡан, бында уҡыусыларға 3D-моделләштереү, баҫма төр, виртуаль донъяны һәм робототехника серҙәрен өйрәнергә, квадрокоптер менән идара итергә, физика һәм химия фәне буйынса эксперименттар үткәрергә, мәктәп тормошон яҡтыртырға, шулай уҡ тәүге әҫәрҙәрен баҫтырырға мөмкинлек бирелә. Бөрйән районы мәғариф идаралғы етәксеһе Илшат Сәйфетдинов белдереүенсә, заманса белем биреү өсөн тап ошондай шарттар булырға тейеш.

Технопарк асыу тантанаһынан һуң Иҫке Собханғол мәктәбендә белем биреү сифатын яҡшыртыуға арналған семинар ҙа ойошторолдо. Сарала район мәктәптәре директорҙары, педагогтар ҡатнашты. Уҡытыусылар фекеренсә, әлеге быуын балаларын ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы эш алымдарын үҙләштерергә, уҡытыу процесын заманса ойошторорға кәрәк. Шул ваҡытта ғына һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ