Колонналағы 7 йөк машинаһында тепловизор, төндә күреү приборҙары, рация, квадрокоптерҙар, бензин генераторҙары, буржуйка мейес, йылы кейем, дарыу кәрәк -яраҡтары һәм ирекмәндәр эшләгән маскировка селтәрҙәре. Гуманитар ылау хәрбиҙәрҙең теләге буйынса йыйылған. Туғандары ебәргән посылкалар ҙа бар. Ярҙам туплауҙа төбәктең 6 муниципалитеты, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған республика халҡы ҡатнашҡан. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан тарафынан 7 мең тоннан ашыу гуманитар йөк ебәрелгән.






