Радий Хәбиров ҡул эштәре, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсләр форумын уҙғарырға тәҡдим итте

Был турала ул шулай уҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сувенир, ҡул эштәре өлгөләренә һорау арта, тимәк, республикала туризм үҫешә, тине Радий Хәбиров.

һуңғы 11 айҙа республика кәсепселәре 233 миллион һумлыҡ продукция етештергән. Оҫталарға федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан субсидиялар ҙа бүленә. Быйыл мәҫәлән, ҡул эштәре оҫталарына бүленгән субсидия күләме 11 миллион һумға етәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ