Радий Хәбиров Башҡортостан төбәктәрендә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Унда баш ҡаланың тарихи үҙәгендә Ленин, Карл Маркс, Пушкин, Коммунистик һәм Яңы күпер урамдарын яңыртыуҙың «юл картаһы» тәҡдим ителде. Бының өсөн быйыл миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Һүҙ тротуарҙарҙы яңыртыу, урамдарҙы яҡтыртыу, йорттарҙың фасадтарын ремонтлау хаҡында бара. Өфөнөң юбилейына 450 эре йүкә ағасы ултыртыласаҡ.

Бынан тыш, ҡала-райондарҙа миллиард һумдан ашыу суммаға 123 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү күҙаллана. Башҡортостан урмансылары паркын яңыртыу Өфөлә иң ҙур проект буласаҡ. Нефтекамала юбилей проспектындағы аллея тәртипкә килтерелһә,. Ишембайҙа Александр Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы, Салауатта- Салауат Юлаев бульварындағы аллея төҙөкләндерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ