Радий Хәбиров «Патирот» хәрби -патриотик паркында хәрби уҡыуҙар үтеүсе егеттәр менән осрашты

Әңәгәмә илһөйәрлек тураһында барҙы. Башҡортостан башлығы йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Әле бында республиканың Урал аръяғы райондарынан - Әбйәләи, Баймаҡ, Сибай, Бөрйән райондары колледждарынан студенттар уҡыуҙар үтә. Йыйын биш көн дауам итә.

Егеттәр тигеҙ сафта атларға өйрәнә, төрлө күнекмәләрҙә ҡатнаша, хәрби дисциплина менән таныша. Ғәҙәттә, хәрби йыйындар унынсы класс уҡыусылары өсөн уҙғарылһа, был юлы паркта студенттар йыйылған. Төрлө һөнәрҙәр үҙләштереүсе егеттәргә был тәжрибә файҙалы буласаҡ, тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан башлығы йыйылыш һуңында тирҙа егеттәр менән пневматик ҡоралдан атып ҡараны. Сәпкә тейҙереп иң күп бал йыйыусыларға исемле сәғәт бүләк итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ