Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, ике BMW водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, йәйәүлеләрҙең һәм водителдәрҙең хәүефһеҙлеген һанға һуҡмайынса агрессив хәрәкәт итә. Дрифт ваҡытта иномарка пассажирҙары тәҙрәнән пиротехника ата. Ошо мәлдә водителдәрҙең береһе идара итеү һәләтен юғалтып, ябыҡ йәйәүлеләр үткәүеленә бәрелә.
Тикшереү барышында юл ваҡиғаһына тарыған водителдең урындағы блогер булыуы асыҡлана. Сит ил машинаһын ул күптән түгел генә һатып алған булған. Әле тәфтишселәр ваҡиғала ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреү маҡсатында тәүге тикшереү эштәре комплексын ойошторған.



