Яңы компьютер томографияһы аппараты зыян күргән күҙәнәктәрҙе асыҡларға, табиптарға иртә стадияла теүәл диагноз ҡуйырға булышлыҡ итәсәк. Ҡоролма ярҙамында әмәлиәт эҙемтәләрен кәметеп, пациентты сифатлы ысул менән дауаларға мөмкин. Компьютер томографияһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә урынлаштырылды. Республика онкология диспансерына йылына 12 мең тирәһе пациент мөрәжәғәт итә.



