Сәхнәлә профессиональ булмаған актерҙар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Итальян тарихтары» хәйриә спектакле күрһәтелде. Унда Өфө эшҡыуарҙары һәм етәкселәре еңел комедия формаһында ысын тормошто уйнаны.
Ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт, тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек, кешеләрҙең ҡомһоҙлоғо һәм аҡсаға ынтылышы урта быуаттар ҙа, бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Спектаклгә әҙерлек 5 ай барған. Билет һатыуҙан килгән килем етем балаларға ярҙамға йүнәлтелә.



