Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған күргәҙмә асыла. Экспозицияла архив документтар, шәхси әйберҙәр була, Мортаза Рәхимовтың эш кабинеты интерьеры күрһәтелә. Күргәҙмә 7 февралдә Башҡортостан милли музейында асыла. Мортаза Рәхимов уҙған йылдың ғинуарында вафат булды.







