Бында шәхси йорта ут сыҡҡан. Өйҙә бала бер үҙе булған, ата-әсәләре эшкә киткән. Йортта янғын башланыуын эргәләге төҙөүсе ир күреп ҡалған. Ул өйгә инеп ванна бүлмәһендә ҡалған малайҙы тышҡа алып сыҡҡан. Бала дауаханаға оҙатылған. Ут һүндерелгән, тип хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.







