Ижади ярыш легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. "6 февралдә Әхәт Мотаһар улының тыуған көнө. Беҙҙең арала булһа, уға 65 йәш тулыр ине. “Был көндө иң оҫта йәш алып барыусыларҙы “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһына саҡырҙыҡ, - ти ярышты ойоштороу комитеты ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова.




