Сара Күмертау ҡалаһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторола. Конференцияла 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Мәктәп директоры Шайморат Тимербулатов әйтеүенсә, бер нисә йүнәлештә ғилми эштәр ебәрергә була.
“Рәхимов уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы Башҡортостандың беренсе Президентының тыуған көнөндә, 7 февралдә үтә. Ғилми эштәр 1 февралгә тиклем ҡабул ителә.







