Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың йәш археологтары Башҡортостанға килде

Бөгөн Өфөлә йәш ғалимдар һәм студенттарҙың халыҡ-ара конференцияһы башланды. “Башҡортостан археология үҫеше үҙәгенә әйләнә бара”, ти республика күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың йәш археологтары Башҡортостанға килде

Конференция “Торатау” конгресс-холында үтә. Бер нисә секция ойошторола. Танылған археологтар Нияз Мажитов һәм Отто Бадераға бағышланған күргәҙмә менән танышырға була. Форумдан һуң ҡатнашыусыларҙың сығыштарын йыйынтыҡ итеп баҫтырыу ҡарала. Конференция 2 февралдә тамамлана.

Фото №1 - Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың йәш археологтары Башҡортостанға килде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ