Уларҙың береһе - «Газпром - балаларға» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Өлфәт Мостафин исемен йөрөтәсәк физкультура-һауыҡтырыу комплексында алып барылған эш менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Йәш спортсыларҙың ҡанаттарын нығытыр урын буласаҡ. Өфөнөң Менделеев урамында физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө финиш һыҙығына яҡынлашҡан. Объект файҙаланыуға тапшырылыу менән бында йөҙөү, фигуралы шыуыу, ҡыҙҙар араһында шайбалы хоккей, бадминтон кеүек спорт төрҙәрен үҫтереү планлаштырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы комплекста алып барылған эш менән танышып, территориаль яҡтан яҡшы урында төҙөлөүен билдәләне.
Физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө 2022 йылда башланғайны. Бинаның дөйөм майҙаны 9 мең ярым квадрат метр. Әлегә төҙөүселәр көрәш залына келәм түшәй, стеналарҙы буяй, түшәм, баҫҡысты монтажлай. Елләтеү ҡорамалдарын сафҡа индереү эштәре алып барыла. «Газпром - балаларға» программаһы буйынса төҙөлгән спорт комплекс Өфөнөң 450 йыллығына ҙур бүләк буласаҡ.
Физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә 135 кеше эшләйәсәк. Әлегә штат туплана. Тәжрибәле тренерҙар балаларҙы ҙур спорт донъяһы менән таныштырып, күләмле ярыштарға әҙерләйәсәк.
Спорт үҙәгендә мөмикнлектәре сикләнгән граждандар - инвалид коляскаһында йөрөүселәр өсөн дә уңайлы мөхит булдырылған. Икенсе ҡатҡа лифтта күтәрелергә мөмкин. Барлыҡ хәүефһеҙлек шарттары үтәлә.
Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында. Юбилей объекттарынан тыш, бизнес ярҙамында, дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә лә бер нисә спорт залы төҙөлә. Халыҡтың сәләмәт тормош алып барыу, физкультураға ҡыҙыҡһыныуы арта, шуға күрә республикала спорт инфраструктураһын нығытыу буйынса эш дауам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина



