Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Тантана Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында үтте. Рәсәй һәм донъя күләмендә ҙур танылыу яулаған сәнғәт эшмәкәренең Башҡортостан телевидениеһы фондында 300-ҙән ашыу тапшырыуы һаҡлана.
Юлай Ғәйнетдиновтың яҙмалары һәм тапшырыуҙары оҙон көйҙө яратыусылар араһында бик популяр. Был яҙмалар Ер шарының төрлө ҡитғаларында тыңлана, уның ҡурайҙа уйнау манераһы меңәрләгән ҡурайсы өсөн ижади мәктәп булып тора. Роберт Юлдашевтың ҡурасы булып китеүендә, йырсылар Флүрә Килдейәрова,Тәнзилә Үҙәнбаева, Ғәли Хәмзиндарҙы халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булып китеүендә лә уның роле ҙур. Юлай Ишбулды улы Кәрим Дияровтың мираҫын йырсыларға өйрәтеп, академик сәхнәгә сығарыуға ла көс һала. Башҡорт халыҡ йырҙарын, моңдарын тулау өсөн меңдәрсә саҡрымдар үтә, төпкөл ауылдарға ижади командировкалар ойошторола.



