Популяр авторҙарҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә бөтәһе 15 миллиондан ашыу кеше яҙылған. Уларҙың блогы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Осрашыуҙа төбәк етәксеһенә төрлө темаларға ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин ине. Радий Хәбиров блогерҙарҙың потенциалын рупор тип атаны. Сөнки һәр автор мәғлүмәт яҙып ҡына ҡалмай, йыш ҡына был анализланған материал. Шуға ла Радий Хәбиров, йәмәғәт фекерҙәре лидерҙарының аудиторияға объектив ысынбарлыҡты еткереүен теләне.
Башҡортостан башлығы Гагарин Кубогы тураһында хыялланғанын белдерҙе. Быйылғы миҙгелдә Башҡортостан командаһының төп трофейҙы алырға мөмкинлеге бар» - тине Радий Хәбиров.
Блогерҙарҙы Өфөнөң юбилейына әҙерлек темаһы ла ҡыҙыҡһындырҙы.Быйыл республика Баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләй. Авторҙар үҙҙәренең ижади идеяларын тәҡдим итте һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа республика етәкселегенән ярҙам һораны. Бынан тыш, төбәктә блогерҙар берләшмәһен булдырыу башланғысы яңғыраны. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙе даими алып барыуын билдәләне. Һәм улар өҫтөндә тотош команда эшләй, сөнки кешеләр һаулыҡ һаҡлауҙан алып урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға тиклем төрлө һорауҙар бирә. Радий Хәбировҡа социаль фекер лидеры булараҡ Ютубтың алтын төймәһен бүләк иттеләр. 3 сәғәтлек аралашыуҙан һуң бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә ҡарар ителде.



