Асҡын районы үҙәгендә яңы һыу үткәргес файҙаланыуға тапшырылды

Тантанала Башҡортостандың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ҡатнашты. Асҡындар өсөн был күптән көтөлгән объект. Быға тиклем ҡасабала һыуҙың сифаты насар, урындағы халыҡ ҡатылығы норманан юғары һыу тотонорға мәжбүр булған. Объект төҙөлөшө 2017 йылда башлана, уны тормошҡа ашырыуға 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сифатлы һыу менән бер нисә ауылдан 10 меңгә яҡын кеше тәьмин ителәсәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ