Быйылдан эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу, йәш ярымға тиклемге бала ҡарау буйынса пособие 49 процентҡа арттырылды. Әйтәйек, былтыр йәш ярымғаса сабыйҙы тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособиеның иң ҙур күләме 33 мең һум булһа, хәҙер ул 49 мең һум.
Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса айына пособие - 122 мең, ә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса 565 мең һумға тиклем күтәрелде. Был эшләгән ата-әсәләргә генә ҡағыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие күләме һуңғы ике календарь йыллыҡ хеҙмәт хаҡы һәм хеҙмәт ваҡыты оҙайлығынан тора. Былтыр ошо маҡсатта ярты миллиондан ашыу кешегә 18,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.






