Өфөлә Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың төбәк һайлау штабында ирекмәндәр Ленинград ҡамауын кисергән Шакирә Бикбулатова менән осрашты.
Ленинградты фашист ҡамауынан тулыһынса азат итеү көнөнә арналған саралар илебеҙҙә йыл һайын үткәрелә. Ауыр һынауҙар үтеүенә ҡарамаҫтан, Шакирә Бикбулатова тормошто һөйөүен, йәшәү дәртен юғалтмаған. Уның йәшәү тарихы - ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө. Һуғыш балаһының ғаиләһе аслыҡ-яланғаслыҡ, дошмандың ут аҫтына тотоуын да кисерә. Мөмкинлек булыу менән Шакирә әсәһе һәм апаһы менән Башҡортостанға эвакуацияланып, ошонда күңел йылыһын таба.






