«Ғаиләләр гөлләмәһе». Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында Ғаилә йылы уңайынан ошо исемле сара ойошторолдо. Ниғәмәт ауылы биләмәһендә йәшәгән парҙар ҡатнашҡан ярыш «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үтте.
Ауыл ерендә матур итеп донья көткән, тәрбиәле балалар үҫтергән йәш ғаиләләр һоҡландыра. Үрге Яйыҡбай ауылынан Фәһим һәм Сөмбөл Ильясовтар, Икенсе Этҡол ауылынан Әхәт һәм Фирүзә Бүләковтар ана шундайҙарҙан. “Ғаиләләр гөлләмәһе” конкурсында улар үҙҙәрен зирәклектә, отҡорлоҡта һынаны, яратҡан аш-һыуҙарын тәҡдим итте, коцерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Бүләковтар ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнһә, Ильясовтар сәскәләй дүрт ҡыҙға бәхетле атай -әсәй. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, бала тәрбиәләүгә ҡағылышлы һорауҙарға ла улар ентекле яуап бирҙе.
Сарала Баймаҡ ҡалаһының “Ғаилә” үҙәге белгестәре ҡатнашты. Улар халыҡты үҙҙәренең эше менән таныштырҙы. Донья мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, бергәләп ял итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкусрта Ике ғаилә лә жюри тарафынан еңеүсе тип билдәләнде.
Альбина Байегетова






