Учалыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров яңыртылған Йәштәр йортонда булды

Төҙөкләндереү эштәре «Рәсәй йәштәре» федераль проекты буйынса ойошторолған. Бинаның Матди-техник базаһын нығытыуға яҡынса 76 миллион һум йүнәлтелгән. Бинаның ишек-тәҙрәләре алмаштырылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алынған. Үҙәктә ваҡытты файҙалы үткәреү - белем алыу, фекерҙәр менән алышыу, дискуссиялар, мәҙәни саралар, хореография дәрестәре уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.

Учалылағы тау сәнәғәте колледжының мәғариф инфраструктураһы ла көсәйтелгән, «Профессионалитет» программаһы буйынса ете яңы лаборатория һәм уҡыу полигоны булдырылған. Тармаҡҡа кадрҙар әҙерләүҙә практик дәрестәргә төп баҫым яһала. Йыл һайын 250гә яҡын белгес сығарыла

Учалы үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусында килгәндә, Радий Хәбиров төҙөлөш объектын 2025 йылда сафҡа индерергә ҡушты. Медицина блогы 2010 йылда уҡ проектлана башлаған, 2019 йылда финанстар бүленә. Объект уҙған йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған, әммә төҙөлөш барышында проектта етешһеҙлектәр асыҡлана, бинаның нигеҙен нығытыу буйынса техник ҡарар талап ителгән. Төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа подрядсылар бина быйыл әҙер булыуын билдәләне, һуңынан медицина ҡорамалдары һатып алына башлай

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ