ВДНХ майҙанында Башҡортостан юлдаш телеканалына арналған стенд ойошторолдо. Күргәҙмә ҡунаҡтары үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа һынап ҡарап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, республиканың төп телеканалы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле тамаша менән таныша алды. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө эшләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тәүге тапҡыр телевидение суфлеры аша текст уҡып үҙен алып барыусы итеп һынап ҡараусылар БСТ каналының күсмә студияһында ҡунаҡта. «Рәсәй» халыҡ-ара форум күргәҙмәһендә был мөмкинлек менән һәр кеше файҙалана ала.
ВДНХ майҙанында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телеканалы көнөндә билдәле алып барыусылар оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, зәңгәр экранда эшләү серҙәре менән уртаҡлашты . Төрлө милләт вәкилдәре, БСТ каналы менән танышып , медиа тармаҡ белгестәре менән аралашты.
БСТ телеканалы көнө уңайынан төшөрөлгән махсус репортажда ҡунаҡтар Башҡортостан менән бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, республика тарихы, мәҙәниәте , милли ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт тупланы. Башҡортса дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңо, баян көйҙәре күргәҙмә ҡунаҡтарын битараф ҡалдырманы .
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республикала тамашасыға оператив мәғлүмәт, көнүҙәк темаларға арналған тапшырыуҙар, мәҙәни, спорт программалары тәҡдим итеүсе төп телеканал булып тора. Башҡорт һәм рус телдәрендәге тапшырыуҙарҙы донъяның төрлө нөктәләрендә ҡарарға була. Журналистар телевизор ҡараусыларға көн һайын сифатлы материалдар, мөһим мәғлүмәт еткерә.
БСТ телеканалы аудиторияһы йылдан-йыл арта бара. Милли рейтинг һөҙөмтәләренән күренеүенсә, республикала йәшәүселәрҙең күпселеге тап Башҡортостан юлдаш телеканалын һайлай.
«Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә үткән сара туған тел, милли телевидение байрамына әүерелде . Рәсәй төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтар Башҡортостан төйәгенең милли йолалары, тарихы менҙн танышып, башҡорт телендә текстар уҡып ҡараны . Дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу , милли ҡаҙаныштар тураһында һөйләү өсөн ойошторолған сара үҙ маҡсаттарына иреште. Мәскәүҙә үткән БСТ көнө ижади проекттарҙа һәм тапшырыуҙар архивында матур иҫтәлек булып һаҡланасаҡ тигән ышаныс тыуа.
Флорида Ким






