56-сы тапҡыр ойошторолған ғилми-ғәмәли форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән 100-ҙән ашыу йәш ғалим ҡатнаша. Ғалимдар тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү, архелогик экспедицияларҙа, артефакттарҙы өйрәнеүҙә заман технологияларын ҡулланыу буйынса фекер алыша. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Данир Ғәйнуллин үҙенең һәр археологик экспедицияһын яҡшы хәтерләй. Берәүҙәрендә ҡиммәтле тарихи артефакттар табылһа, икенселәре структураһы менән хәтерҙә ҡала. Археологтарҙың эҙләнеүҙәре тарихи ысынбарлыҡты тергеҙергә, тарихҡа быуаттар аша бағырға булышлыҡ итә, ти ул. Ваҡытында тикшермәгәндә улар юҡҡа сығыуы ла ихтимал.
Башҡортостанда йыл һайын 50-нән ашыу археология экспедицияһы ойошторола, улар ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ерлектә ҡаҙыныу эштәре алып бара. Табылған экспонаттар өйрәнелә, һаҡлауға тапшырыла.
Хәҙерге заманда архелогия экспедицияларын ойоштороуҙа, артефакттарҙы өйрәнеүҙә заман технологиялары ла ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡалҡыулыҡтарҙы, убаларҙы фото-видеоға төшөрөү квадрокоптерҙар ярҙамында башҡарыла, тарихи мираҫты теркәү һанлы форматҡа күсерелә. Тарихи әйберҙәрҙең составын өйрәнеүҙә лә хәҙер яңы ҡоролмалар файҙаланыла.
Яңы быуын ҡоролмалары эште еңелләштерә, әммә һәр тармаҡта ла төп бурыс һөнәр оҫталарына ята. Ғалимдар әйтеүенсә, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан йәштәрҙең архелогия менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй.
Ер аҫтында быуаттар дауамында һаҡланған ҡомартҡылар ҡиммәтле хазиналар ғына түгел, уларҙың һәр береһе тарих һөйләй. Боронғо сығанаҡтар буйынса ошо ерлектең яҙмышы яҙыла.
Форумда ла археологтар экспедициялар һанын арттырыу, артефакттарҙы эҙләү, өйрәнеү, һаҡлау үҙенсәлектәре буйынса фекер алышты. Эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Археология тарих менән киләсәкте бәйләүсе күпер. Тап боронғо ҡомартҡылар ошо ерлектәге көнкүреш шарттарын, халҡыбыҙҙың үткәнен күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡлауға үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ике йыл элек Бөрйән районында асылған Шүлгәнташ музей комплексы, Шишмә районында төҙөлгән күсмә халыҡтар музейы шуға асыҡ миҫал.
Рәмзиә Кәримова






