Ил президенты Владимир Путин бөгөн Өфөләге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының тәүге бинаһын файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.
Ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров күләмле проекттың планы һәм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. IQ - паркта фәнни эҙләнеүҙәр, ғилми эштәр өсөн заманса шарттар булдырылған.
Кампус студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар һәм ғалимдар өсөн аралашыу, вуз- ара саралар үткәреү майҙансығы .Күләмле проект бөтәһе ете объектты үҙ эсенә ала, йәғни аудиторияларҙы, лабораторияларҙы, фәнни майҙансыҡтарҙы, йәшәү урындарын үҙ эсенә алған студенттар ҡаласығы барлыҡҡа килә. Йыһазландырыу кимәле, шарттар буйынса ул донъяуи стандарттарға яуап бирә. Владимир Путин Башҡортостанға килеп республиканың артабанғы үҫеше тураһында һөйләшергә вәғәҙәләне.



