Өфөлә ойошторолған «Өйҙә» студенттар форумы республиканан ситтә уҡыған яҡташтарыбыҙҙы бер майҙанға йыйҙы. Улар өсөн уңышлы карьера төҙөү, стажировкалар үтеү, вакансиялар эҙләү буйынса тематик саралар уҙғарылды. Тыуған яғына эшкә ҡайтырға әҙер аҡыллы быуын менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ҡыҫтыбыйҙы бешереп кенә өлгөр. «Торатау» Конгресс-холлында илдең билдәле юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташтарыбыҙҙы һый менән ҡаршы алдылар. Ашнаҡсылар студенттарға оҫталыҡ дәресе ойоштороп, рецебы менән дә таныштырҙы.
Аҡыллы, белемле, һәләтле лә улар. «Өйҙә» студенттар форумы республиканан ситтә уҡыған 250-гә яҡын егет-ҡыҙҙы берләштерҙе. Улар өсөн бай мәғариф программаһы әҙерләнгәйне. Идеяларҙы тормошҡа ашырыу, гранттарҙа ҡатнашыу, вуздарҙа яҡташтар ойошмаларын үҫтереүгә бәйле асыҡ һөйләшеүҙәр уҙғарылды.
Студенттар республиканың билдәле кешеләре менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Кинорежиссер Айнур Асҡаров үҙ сығышында тыуған яҡта һәләтле йәштәр өсөн ишектәр һәр ваҡыт асыҡ булыуын билдәләне.
Форумда илдең юғары уҡыу йорттарында белем алып, Башҡортостанды данлаған әүҙем йәштәргә Рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Студенттар тыуған яҡҡа ҡайтырға әҙерлеген дә билдәләй.
Республикала «Өйҙә» студенттар форумы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолғайны. Күләмле сара рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә белем алған яҡташтарыбыҙы тағы ла өфөгә йыйҙы. Осрашыуҙарҙы даими уҙғарыу маҡсаты ҡуйылған.
Студенттар өсөн «Белем алабыҙ», «Карьераны проектлайбыҙ» тип исемләнгән стратегик сессиялар ҙа уҙғарылды. Шулай уҡ йәштәр республиканың утыҙҙан ашыу предприятиеһы эшмәкәрлеге, вакансиялар менән танышты. Хеҙмәт урыны һәм стажировкалар эҙләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.
«Өйҙә» форумын студенттарға уңышлы киләсәккә юл күрһәтеүсе компас менән сағыштырырға мөмкин. Ситтә белем алһалар ҙа, диплом алғандан һуң улар тыуған яғына ҡайтып, республика иҡтисадын, сәнәғәтен алға әйҙәүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Гөлназ Хәйбуллина






