Ул «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты ярҙамында төҙөлдө.
Хәҙер урындағы эшҡыуарҙарға баш ҡалаға йөрөү кәрәкмәй. Сөнки үҙәккә бизнес асырға йыйынғандар мөрәжәғәт итә ала. Эште нисек башларға, юридик шәхес булырғамы, әллә үҙаллы эшҡыуар булып теркәлергәме? Һалым түләү буйынса ла һорауҙар етерлек. «Берҙәм тәҙрә» форматында шулай уҡ эшләп килгән йүселдәр өсөн консультациялар ойоштороласаҡ, уҡыуҙар үткәреләсәкк йәки дәүләт ярҙамы алыуға ғаризалар тапшырырға мөмкинлек тыуасаҡ
Яңы офис республиканың көньяҡ төбәктәрендәге эшҡыуарҙарҙы бергә туплау йәһәтенән дә әһәмиәтле буласаҡ. Клиент офисынан тыш, бында 10 урынлыҡ конференциялар залы ла бар. Әйткәндәй, бөгөнгә тиклем «Минең бизнесым» үҙәгенең 12 офисы эшләп килде. Улар ҙур ҡалаларҙан тыш, Ҡариҙел, Саҡмағош һәм Үрге Ҡыйғы ауылдарында урынлашҡан.






