Ике республика ҡатнашлығында үткән форумда «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының урындағы ике ҙур компания менән хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Өфөлә яҡтарҙың берҙәм проекттарының береһе тормошҡа ашырыла ла башланы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ул башҡорт орнаменттарының симметриялы булыуына бәйле. Биҙәк һалыу яғынан да ҡатмарлы. Шуға ла рәссамдар фәнни хеҙмәттәргә таянып эшләй. Рәссам Альбина Таҡалова ике туғандаш халыҡҡа хеҙмәт итә. Башҡорт матрешкаларын тамамлауға, ҡаҙаҡтарҙыҡын биҙәүгә ултыра.
Ә матрешкаларҙың йөҙөн эшләгәндә, рәссамдар йыш ҡына үҙҙәрен, йә туғандарының береһен һынландырыуы ғәҙәти күренеш.
Әйткәндәй, был матрешкалар тиҙҙән Ҡаҙағстанға юлланасаҡ. Ул «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының ике яҡ араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
«Ағиҙел» предприятиеһы бөгөн шулай уҡ Беларуссия һәм Үзбәкстан илдәре менән дә хеҙмәттәшлек итә. Заказдар ҙа күп төрлө. Шул иҫәптән Рәсәй ҡулланыусыларын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Балаҫтар ҙа ҙур һорау менән файҙалана. Совет осоронан ҡалған станок әле лә сафта. Аҙна-ун көн эсендә генә оҫталар бер-нисә балаҫты баҫып та сығара.
Ә балаҫ хаҡы биҙәгенән алда, ауырлығына ҡарап билдәләнә.
Предприятиеның, ғөмүмән, бар цехтарында ла эш көйләнгән. Донъяуи кимәлгә сығарырлыҡ яңылыҡтар ҙа юҡ түгел. Башҡорт орнаменттары менән байытылған яҙғы кейем коллекцияһы һәм ҡурсаҡтар шуларҙың береһе. Һуңғыһы, хатта бер нисә илде урап сыҡҡан да инде. Күрәһең, башҡорт ырыуҙарының милли паспортын билдәләгән уйынсыҡтарға башҡа халыҡтар араһында ла ҡыҙыҡһыныу юғары.
Азат Ғәлиуллин



