Иглин районы үҙәгендә яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

1225 урынға иҫәпләнгән белем биреү усағы Звёздный биҫтәһендә урынлашҡан. Объект төҙөлөшөнә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Йәмғеһе Иглин ауылында, шул иҫәптән Звёздныйҙа, 30 меңдән ашыу кеше йәшәй, һәм был күрһәткес тағы ла үҫә. Ә мәктәп юҡ. Әле объектта эш ниндәй этапта бара? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Эшселәр алдында мәктәпте яңы уҡыу йылына тапшырыу бурысы ҡуйылған. Башына уҡ булмаһа ла, белем биреү учреждениеһы декабрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш. Объект яҡынса 55 процентҡа әҙер. Бина стеналары күтәрелгән, тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған. Эшселәр мәктәптең эске яғын биҙәй.

Плитка һалыу, стеналарҙы тигеҙләү һәм буятыу, фасадты йылытыу һәм башҡалар. Йәмғеһе объектта 200-гә яҡын кеше эшләй, тиҫтәгә тиклем техника йәлеп ителгән. 4 ҡатлы мәктәп тулыһынса заман талаптарына яуап бирер, тип көтөлә. Бында 2 спорт залы, ашхана, музей буласаҡ. Урамда ла спорт майҙансығы төҙөлә. Һәр бер класта интерактив таҡталар ҡуйылып, компьютерҙар интернетҡа тоташтыраласаҡ.

Мәктәптә йылылыҡ һәм электр энергияһы тоташтырылған. Эшселәр лифт ҡора, янғынға ҡаршы системаны урынлаштыра. Звездный ауылында мәктәп - иң оҙаҡ көтөлгән объекттарҙың береһе. Йылдам үҫешкән биҫтәлә балалар һаны арта. Яңы белем учреждениеһы иһә 1200-ҙән ашыу баланы ҡабул итә аласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ