Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Альфред Усманов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ менән герой партаһы асылды. Тантаналы сара баш ҡаланың 35-се мәктәбендә үтте. Таҡтаташ асыуҙа мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларынан тыш, яугирҙың әсәһе, дуҫтары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре йыйылды. Альфред Усманов 2022 йылдың ноябрендә БАРС-30 ирекмән отрядына ҡушылып махсус хәрби операция биләмәһендә хәҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2023 йылдың мартында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугирҙың ҡаһарманлығы дәүләт наградалары - «Батырлыҡ ордены» һәм «Ҡыйыулыҡ миҙалы» менән бүләкләнгән.

Герой партаһы асыу тантанаһы мәктәптең тамаша залында уҙҙы. Уҡыусылар башҡарыуында бейеүҙәр һәм йырҙар яңғыраны. Яугирҙың яҡындары Альфред Рәүф улын тик яҡшы яҡтан иҫкә алды. Бәләкәй саҡтан ул спорт төрҙәре - дзюдо һәм самбо менән шөғөлләнгән. 30-сы мәктәптә был өсөнсө герой партаһы. Уҡытыусылар фекеренсә, йәш быуын батыр яҡташтарын белеп үҫергә тейеш. Герой партаһында ултырыу хоҡуғына иң яҡшы һәм өлгөлө уҡыусылар ғына эйә була.

Укариналағы ваҡиғалар башланғас, минең улым, махсус хәрби операцияға ирекмән булып китте. Ысын кимәлдә батыр булып һәләк булды. Улым менән ғорурланам.

Луиза Усманова, Альфред Усмановтың әсәһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ