Башҡортостандың Беренсе президенты һыны Ленин исемендәге паркта, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай бинаһы алдында урынлаштырыла. Скульптор Салауат Щербаков һәйкәл үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл 7 февралдә, Башҡортостандың Беренсе президентының тыуыуына 90 йыл тулған көндә асыла. Бынан тыш, Өфөлә Энгельс һәм Беренсе Май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар беркетелә.







