Фән эшмәкәрҙәре бергә йыйылып фекерҙәре менән уртаҡлаша ала, асыштары һәм эҙләнеүҙәрен тәҡдим итә. Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент ҡаласығының беренсе сираты – IQ-парк файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыуҙа видеоэлемтә аша Президент Владимир Путин ҡатнашты.







