Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәлдәр Совет, Киров һәм Орджоникидзе районында теркәлгән. Халыҡты биналар янынан йөрөмәҫкә саҡыралар. Коммуналь хеҙмәттәр хәүефле участкаларҙы уратып ҡуйған сигнал таҫмалар аша үтеү тыйыла. Автомобилгә түбәнән ҡар йәки боҙ төшкән осраҡта нимә эшләргә? Автоэсксперт Хәлим Әйүпов яуап бирә.
Әйткәндәй, бөгөн һәм иртәгә Өфөлә ҡар таҙартыу буйынса өмөләр ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.







