Ишембай районынан йәш ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицияға 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙен банк хеҙмәткәре булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм 1 миллион һумға кредит алырға күндергән. Аҙаҡ аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә ҡушҡан, әммә ҡатын алдағандарын аңлап ҡалған һәм һөйләшеүҙе туҡтатҡан. Полиция таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә, мутлашыусылар менән аралашмаҫҡа һәм йәшерен мәғлүмәтте хәбәр итмәҫкә кәңәш итә. 

Фото №1 - Ишембай районынан йәш ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгә яҙған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ