Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бишбүләк районы Сухоречка ауылы, Баймаҡ районы Ҡуянтау, Күгәрсен районы Күгәрсен һәм Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылдарында телекоммуникация ҡоролмалары ҡуйылды. Хәҙер халыҡ 4G юғары тиҙлекле мобиль интернет менән ҡуллана ала. Быйыл 50-гә яҡын бәләкәй ауылда мобиль элемтә станцияһы урынлаштырыла.







