Өфөлә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыу тантанаһы үтте

Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген юғары баһаланы. Объект төҙөлөшө «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алып барылғайны. Яңы учреждениела елек күсереп ултыртыу һәм интенсив терапия бүлексәһе, молекуляр-генетик лаборатория эшләйәсәк. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина

Быға тиклем яман шеш, гематология ауырыуҙарынан тейешле дауалау курсы үтеү өсөн кескәй пациенттар федераль үҙәктәргә ебәрелһә, хәҙер Башҡортостанда ла ҡатмарлы диагноздарҙы менән көрәшеү өсөн заманса шарттар булдырылды. Республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендә Онкология һәм гематология үҙәге үҙ ишектәрен асты. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров медицинаны үҫтереүгә ҙур иғтибары өсөн Рәсәй президенты Владимир Путинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән. Дөйөм алғанда, күләмле төҙөлөш эштәренә республика һәм федераль ҡаҙнанан 4 миллиард һум йүнәлтелә.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостанда медицина учреждениеларын яңыртыу программалары юғары темптар менән бара. Сираттағы объекттың төҙөлөшө лә билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамланып, тулы ҡеүәттә эшләй башланы. Елек күсереп ултыртыу буйынса бүлек асылыуы ла үҙе бер ҡаҙаныш.

Онкология һәм гематология үҙәге - республика өсөн көтөп алынған объект. Билдәле булыуынса, әлегә был диагноздар буйынса меңгә яҡын бала иҫәптә тора. Дауахана эргәһендә 92 урынлыҡ яңы корпус асылыуы - сирлеләргә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итәсәк.

Үҙәктә федераль медицина учреждениеларында әҙерлек үткән юғары квалификациялы белгестәр эшләйәсәк, әлегә кадрҙар менән тәьминәт 80 проценттан ашыу.

Республика балалар клиник Дауаханаһы ҡарамағындағы онкология һәм гематология үҙәге төҙөлөшөнә «һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 2021 йылдың сентябрендә старт бирелгәйне. Объектты рнспубликаның иң яҡшы төҙөлөш компанияларының береһе эшләй. Бинаның майҙаны 17 мең квадрат метрҙан ашыу. Эшмәкәрлеккә барлыҡ лицензиялар ҙа алынған. Заманса лабораториялар, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы корпус 18 ғинуарҙа уҡ тәүге пациенттарын ҡабул иткән.

Әле бында республиканың төрлө район-ҡалаларынан утыҙға яҡын бала «онкология», «Гематология», «иммунология-аллергология» йүнәлештәре буйынса дауалау курсы үтә. Ауыр сирле кескәй пациенттар янында яҡын кешеләре. Улар өсөн дә бүлмәләрҙә уңайлы шарттар булдырылған.

Республика балалар клиник дауаханаһында 2021 йылдан алып «Уҡыйбыҙ, беләбеҙ» мәғариф инновация проекты тормошҡа ашырыла. Яңы корпуста ла уҡытыу-тәрбиә эше ойоштороуға ҙур иғтибар бүләнгән.

Ижад аша сәләмәт тормошҡа юл ярыла. Балалар ҡулдарына сағыу буяуҙар алып, стеналарҙа сағыу рәсемдәр төшөрә. Яңы үҙәкте биҙәүҙә һәр пациенттың өлөшө бар. Балалар үҙҙәре лә дауаханалағы яңы үҙәктә өйҙәге кеүек шарттар булдырылыуын билдәләй.

Онкология һәм гематология үҙәгенә ҙур өмөттәр бағлана. Бында, хатта, сит илдән дә пациенттар ҡабул ителер тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ