Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү Владимир Путин ҡушыуы буйынса Һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ил субъекттарында заманса студент кампустарын асыу буйынса видеокәңәшмәлә уны асыуға старт бирелде. Тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.
Өфө үҙәгендә ун йылға яҡын буш торған матур бина бер йыл эсендә төҙөкләндерелгән. Беҙ кампус төҙөү хоҡуғын алыу өсөн федераль финанслау конкурсында ҡатнаштыҡ һәм тәүге һигеҙ төбәк исемлегенә индек тине, Башҡортостан башлығы. Рәсәйҙә алдағы ун йылда Президент ҡушыуы буйынса 25 кампус проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге алты юғары уҡыу йортон, өс ғилми учреждениены һәм 30 индустриаль партнерҙы берләштерә. Бинаның һәр ҡатында юғары уҡыу йорттары лабораториялары ҡоролған. Проекттар ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, шкафтарҙа бикләнеп ятмай. Башҡортостан студенттарының фәнни эҙләнеүҙәренең емеше ғәмәлдә ҡулланыла.
Өҫтәлдә Башҡорт дәүләт медицина университетының халыҡ-ара ғилми- тикшеренеү төркөмө, Сколков институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә уйлап тапҡан һөйәк биокерамика импланттары.
Ул заманса һанлы технологиялар һәм аддитив производство, йәки 3 Д принтер ярҙамында баҫыла. Алдынғы биомедицина технологиялары лабораторияһында һанлы моделдәр һәм компьютер ярҙамында уның тән туҡымаларына тәьҫире ҡарала. Элек бындай һынауҙар университеттың ҡыҫынҡы ғына бүлмәләрендә алып барылһа, хәҙер йәш ғалимдарға эшләү өсөн заманса уңайлыҡтар һәм шарттар бар.
Вуздар «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһы һәм алдынғы инженер мәктәбе проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы бында дауам итәсәк.
Һәр юғары уҡыу йорто заманса ҡорамалдар менән инә. Айкью- парк 37 мең квадрат метрҙы тәшкил итә. Кампустың икенсе сиратын проектлау тамамланыу алдында.
Кампус 103 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Проект суммаһы 26 миллиард һумдан ашыу.
Кампус- һуңғы тиҫтә йылдарҙа Башҡортостандың юғары фән мәктәбен үҫтереүгә индергән иң мөһим проекттарҙың береһе. Идеянан алып продукция етештереүгә тиклем бында эҙмә-эҙлекле эш алып барыласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева



