Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Сибай егеттәре ваҡыттарын файҙалы һәм һөҙөмтәле итеп үткәрә

Яугирҙар уҡыусылар, студенттар менән осраша, патриотик сараларҙа ҡатнаша. «Сибай» һәм «Кир» ҡушаматлы яугирҙар ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев менән осрашып яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. «Сибай» алғы һыҙыҡҡа үткән йылдың майында контракт буйынса юлланған.

Әле яугир «Башҡортостан» полкы составында хеҙмәт итә. Ошо көндәрҙә ул тыуған яғына ялға ҡайтҡан, күптән түгел донъяға килгән ҡыҙын ҡулына алған. «Кир» ҡушаматлы Сибай егете лә махсус хәрби операцияға күңел ҡушыуы буйынса юлланған. Ул Башҡортостан халҡына даими ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яугирҙарға Башҡортостан һымаҡ ярҙам иткән төбәк юҡ. Беҙгә Респулика исеменәнән дә, халыҡтан да гуманитар ылауҙар өҙөклөкһөҙ килеп тора. Аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа ебәрәләр. Ә иң мөһиме беҙ күңел йылыһын тоябыҙ. Шуға күрә лә тотош Республика халҡына алғы һыҙыҡтағылар исеменән рәхмәт белдергем килә.

«Кир» ҡушаматлы яугир

Әле яугирҙарға маскировка селтәрҙәре, йылы эске кейемдәр, эсе йылы резина итектәр, медикаменттар, носилкалар, бензобысҡылар, бензин һәм дизель генераторҙары талап ителә. Гуманитар ярҙамды Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штабтың ирекмәндәр пункттарына, махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ойошмаларына тапшырырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ