Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының «Граница» төбәк йәмәғәт ойошмаһы фәнни-ғәмәли семинар ойошторҙо.
Хәрби часть1924 йылдың февралендә Каменец-Подольский ҡалаһында барлыҡҡа килә. Отряд яугирҙары 1941 йылдың 22 июнендә таң менән беренселәрҙән булып СССР-ға Гитлер һөжүменә ҡаршы тора. Совет осоронда отрядтың почетлы сик һаҡсылары булып Владимир Ленин, Иосиф Сталин, Максим Горький иҫәпләнә. Башҡортостандан отрядта күпме һалдат хеҙмәт иткәне билдәһеҙ, был йүнәлештә тикшеренеү алып барыла. Бынан тыш, быйыл 95-се Кёнигсберг сик буйы отрядының 85 йыллығы билдәләнә. Прибалтика сик буйы округы составына ингән хәрби подразделениеның юбилей сараһына Калининград өлкәһе делегацияһы ла килде.






