Стәрлетамаҡта «Аврора» тарафынан уҡытыу курстары ойошторолған

«Аврора» таланттарҙы уҡыта. Робототехника йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашасаҡ малай-ҡыҙҙар белемдәрән камиллаштыра. «Аврора» тарафынан ойошторолған уҡытыу курстары Өфө фән һәм технологиялар университетының иң ҙур филиалы Стәрлетамаҡта үтә. Дәрестәр барышын БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең роботтарын хәрәкәтләндереү буйынса программа яҙа. Был иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе, сөнки йәнһеҙ конструкция үҙен нисек тотор - алдан күҙаллау ауыр. Робототехника менән күптән шөғөлләнгән Кәрим быға тиклем «ева» платформаһы нигеҙендә роботтарҙы йыйһа, «Аврора» үҙәге ойошторған уҡыуҙарҙа үҙе өсөн өр-яңы программаны үҙләштерә. Роботты йыйыуҙа иң мөһиме - команда эше, ти ул.

Программа яҙылғас, һәр команда үҙ роботтарын эштә һынап ҡарай. Ҡоролма линиялар буйлап тигеҙ үтергә, маневрҙар яһарға тейеш. Был этапта роботтарҙың етешһеҙлектәре асыҡлана. Уларҙы бөтөрөү йәки, киреһенсә, булдырмау өсөн уҡытыу ойошторола ла инде. Курстарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла «Технология» фәненең яңы йүнәлеше - «Робототехника» буйынса муниципаль олимпиадала еңеп, төбәк кимәлендә ойоштороласаҡ ярыштарға әҙерләнә. Уҡыуҙар «Аврора» үҙәге башланғысы менән беренсе тапҡыр Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы майҙанында үтә.

Уҡыуҙар олимпиаданың төбәк этабына сыҡҡан 30 уҡыусы өсөн бушлай ойошторолған. Бер аҙнаға иҫәпләнгән белем биреү программаһы теория, практика һәм роботтар буйынса проект яҙыуҙы күҙ уңында тота.

«Технология» фәненең «Робототехника» йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы 20-21 февраль Өфөлә үтәсәк. Унда иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр апрелдә Мәскәҙә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ