Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры «Ай тотолған төндә» әҫәрен сәхнәгә сығарырға әҙерләй

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» әҫәрен сәхнәгә сығарырға әҙерләй. Композитор Салауат Низаметдиновтың либреттоһы һуңғы тапҡыр 2000-се йылдар башында сәхнәләштерелгән. Бөгөн ул бөтөнләй яңы форматта донъя күрәсәк. Репетиция барышын БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.

Театрҙың грек залы. Бөгөн опера һәм балет труппаларының берлектәге репетиицяһы. Артистар күмәк сәхнәләрҙә башҡарыласаҡ ролдәрен ҡабатлай, ҡуйыусы режиссерҙың күҙаллауы буйынса үҙгәрештәр ҙә индерелә.

Төп партияларҙы башҡарыусыларҙың репетицияһына оркестр ҙа ҡушылды. Ролдәрҙе бер юлы ике дублер ҡабатланы. Дәрүиш партияһын, мәҫәлән, театрҙың билдәле бастары башҡара .

Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә үҫкән замандаштарыбыҙ партияның еңелдән бирелмәүенә төшөндө. Шуға ла репетициялар ҙа күп ваҡыт талап итә.

Башҡорт либреттоһының һуңғы йылдарҙа сәхнәләштерелмәүе тамашасы алдына сығыусы йырсыға шулай уҡ оло яуаплылыҡ өҫтәй. «Ай тотолған төндә» операһының премьераһы 10 февралгә билдәләнгән. Әҙерлек тегеү цехында, сәхнәлә лә дауам итә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ