Өфөлә сираттағы яугирҙар төркөмөн хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар

Улар барыһы ла махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусылар. Ир-егеттәр ике аҙна дауамында ғаиләләре, яҡындары менән аралашып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.Яугирҙар хеҙмәттәштәренә тыуған яҡ күсәтәнәстәрен дә алып бара. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иртә менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыусылар һәм уларҙы оҙатыусылар төркөмө «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға йыйылды. Яугирҙар тыуған ерҙән көс алып, яңынан хәрби операция биләмәһенә юллана. Уларҙың барыһында ла дошманды тиҙерәк еңеү теләге көслө.Яугирҙарҙы хәрби операция биләмәһенә оҙатыусылар туғандарына тик изге теләктәр юллап ҡала.

Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Махсус пункттарға 65 йәшкә тиклемге ирҙәр һәм 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә ала. Гүзәл заттар махсус хәрби операция биләмәһендә медицина белгесе, элемтәсе йәки ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт итәсәк хәрби көстәр төрө билдәләнгәндә контракт төҙөүсенең теләге иҫәпкә алына. Төбәктә йыйылған исемле хәрби берәмектәргә эләгеү мөмкинлеге лә бар. Контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль льготалар ҡаралған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәргә айлыҡ түләүҙәр 204 мең һумдан башлана. Кәмендә бер йылға контракт төҙөгәндә, 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҙә ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 117 һандары буйынса берҙәм телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.

Яугирҙарға Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса юғары уңайлыҡлы автобустар бүленгән. Дәүләт автоинспекцияһы һәм ҡотҡарыусылар оҙатыуында автобустар һалдаттарҙы хеҙмәт урынына ваҡытында алып барып еткерәсәк.

Был буханка УАЗ автомобиле хәрби операцияһы биләмәһендәге һалдаттарға Салауат ҡалаһы ирекмәндәре тарафынан йыйылған һәм ошондай төҫкә буялған. Автомобиль тулы яугирҙарға гуманитар ярҙам тейәлгән: аҙыҡ-түлек, йыды кейемдәр, газ баллондары. Был автомобиль дә яугирҙар менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ