Республика перинаталь үҙәгендә сабыйҙар сәләмәтлегенә арналған кәңәшмә ойошторолдо

Иғтибар үҙәгендә сабыйҙар сәләмәтлеге. Бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә уҙған кәңәшмә ошо темаға арналды. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова ҡатнашты.

Кәңәшмәгә Рәсәй субъекттарының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары етәкселәре, Волга буйы федераль округы буйынса штаттан тыш белгес-неонатологтар саҡырылған. Һүҙ сабыйҙарҙың сәләмәтлеге, үлем осраҡтарын кәметеү тураһында бара. Был күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә алған оҙайлы процесс.

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы ваҡытында иҫәпкә ҡуйыу, әсә ҡарынында уҡ хәүефле сирҙәрҙе асыҡлау, сабыйҙарҙың сәләмәтлек торошон күҙәтеү, профилактика һәм ваҡытында дауалау. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2023 йылда киңәйтелгән генетика скринингы индерелеүе яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың 99 проценттан ашыуын тикшерергә булышлыҡ иткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса 1 мең 500 сабый хәүефле төркөмгә индерелгән, ә 20 балала нәҫелдән килгән ауырыуҙар асыҡланған. Эксперттар фекеренсә, Башҡортостандың был йүнәлештәге эш тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ, республикала сабыйҙар сәләмәтлегенә ныҡлы иғтибар бирелә.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмей. Әгәр ике йыл элек был күрһәткес 5,6 промиле булһа, үткән йылда һан 3,9 промилеға тиклем кәмегән. Был юғары күрһәткес, уның буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Үлем осраҡтары кәмеүе төрлө структураларҙың берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе тип әйтер инем.

Виктория Әмирова, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Волга Буйы Федераль Округы буйынса штаттан тыш белгес- неонатологы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ